Заседания инициативной группы
Әтек ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы бойомға ашырыу программаһында йылда ҡатнашып, еңеп килә. Киләһе йылда ла был эштең һөҙөмтәһен күреү ышанысы менән ауыл халҡы ҡатнашырға тигән теләк белдерҙе. Ошо уңайҙан дөйөм йыйылышҡа тиклемге йыйылыштар үтте, инициатив төркөм һайланып улар үҙ эштәрен алып баралар: йыйылыштарҙа ҡатнашмаған халыҡтан һораулама алалар, программа сиктәрендә төрлө саралар үткәрәләр. Төркөмдөң эше һәр бер ағзаның “Бәйләнештә” сайтындағы биттәрендә сағылдырып барыла.














