Защита от ЧС

 Хакимиәт иҫкәртә!

     Күҙәтеү органдарының, ауыл хакимиәттәренең иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, Республикала өй яныу осраҡтары йыш теркәлә. Унда  балалар, уларҙың атаәсәһе, олатайөләсәйҙәре янып үлә, тән йәрәхәттәре ала.

           Ошондай бәләҡазаларҙан һаҡланыу өсөн ауыл халҡына түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙәре һорала:

  • Өй, мунса, гараж мейестәрен ҡарап ҡына яғығыҙ, мейестең һәм торбаларҙың төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ;

 Мөмкинселек булғанда электр приборҙарын иҫкеләрен яңыға алыштырыу сараһын күрегеҙ;

 Бәләкәй балаларығыҙҙы өйҙә үҙҙәрен генә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

 Яңғыҙ йәшәгән, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан туғандарығыҙҙы, күрше тирәгеҙҙе ҡарап йөрөгөҙ.

 Янғынды иҫкәртеүсе приборҙар алып ҡуйырға тырышығыҙ. Булғандарын да өйҙөң түбәһенә беркетегеҙ, һалып ҡуймағыҙ. Уның батарейкаһын ҡарап, алыштырып торорға онотмағыҙ.

 

 

Ҡышҡы осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек

  Беҙҙең барыбыҙҙа, һис шикһеҙ, ҡышты ихлас ҡаршы алабыҙ. Йылға күлдәрҙә боҙ туңыу менән балалар конькиларын алып көҙгөләй ялтырап ятҡан. шыма боҙға ашыға.

  Ҡыш күп рәхәтлектәр вәғәҙә итә! Шулайҙа, беҙҙе һәр ҡайҙа һағалап торған ҡурҡыныстар, хәүефтәр тураһында ла  онотмаҫҡа кәрәк.

       Был осорҙа кешеләрҙең һәләк булыуының төп сәбәбе – ныҡлап туңып та бөтмәгән һыу ятҡылыҡтарында  балыҡ тотҡанда, конькила шыуғанда, боҙ аша сығып барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Боҙҙа ышаныслы йөрөү өсөн ҡағиҙәгә ярашлы уның ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Быны онотмағыҙ!

     Боҙҙоң ҡар менән ҡапланған урындарынан һаҡ булырға кәрәк: ҡар аҫтында боҙ оҙаҡ туңа.

    Күмәкләп боҙ аша сыҡҡанда бер- берегеҙҙең араһы 5-6 метр булырға тейеш һәм берәр хәл килеп тыуа ҡалғанда алдан барыусыға ярҙам итергә әҙер булырға тейешһегеҙ. Саңғыла үткәндә таяҡ менән боҙҙо төркөләп. Ныҡлығын тикшереп барыр кәрәк.

   Ҡыш көнө балыҡ тотҡанда ултырған ерегеҙҙең эргә- тирәһен күп итеп тишкеләмәҫкә һәм балыҡсыларға бер урында ултырмаҫҡа кәңәш ителә. Һәр балыҡсының 12-15 метрлыҡ бер яҡ осонда 400-500 грамлыҡ йөк беркетелгән, икенсе яҡ осо элмәк итеп бәйләнгән шнур йә арҡаны булһын.

        Балаларға таныш булмаған һыу ятҡылыҡтарында йөрөү ҡәтғи тыйыла.

   Шулай итеп, һыу ятҡылыҡтарындағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлар һәм бәләнән ҡотҡарыр.

     Боҙҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

На водоеме зимой

Постер 3 правилаПостер 2