Йыйылыштар үтте
Әтек ауыл биләмәһендә урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу проекты буйынса дөйөм йыйылышҡа тиклемге йыйылыштар үтеп тора.
Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, был йыйылыштар дөйөм санитар ҡағиҙәләргә ярашлы шарттарҙа үткәрелә.
Алдан үткәрелгән тағы бер йыйылыш ситтән тороп (өйҙәргә йөрөп) үткәрелде. Был йыйылыштарҙа тәҡдим ителгән анкетала халыҡтың күпселеге мәктәпкә спорт инвентарҙары алыуҙы һайлаған, шулай уҡ мәктәпкә ашхана, балаларға уйын майҙансығы төҙөү кеүек тәҡдимдәрҙә бар.
Дөйөм йыйылыштар мәҙәниәт йортонда, бер йыйылышта илле кешегә тиклем йыйылып, ике тапҡыр үтәсәк.


